Селбәрә алдан уҡ әҙерләнде: балыҡсылыҡ хужалығында уларҙың ауырлығы 10 грамға еткерелде.
Рәсәйҙәге һыу ятҡылыҡтарын балыҡ менән яһалма байытыу тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге стратегик бурыстарҙы тормошҡа ашырыу нигеҙендә башҡарыла. Был бурыстар экология системаһын һәм биологик күп төрлөлөктө һаҡлау, тәбиғи ресурстарҙы тулыландырыу буйынса саралар комплексын үҙ эсенә ала. Улар төбәктә ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, быйыл йәй-көҙ "Башнефть" йәмғиәте Башҡортостандағы, Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарындағы йылға-күлдәрҙе ҡиммәтле балыҡ селбәрәһе менән тулыландырҙы. Һыу ятҡылыҡтарына бөтәһе 1,2 миллион дананан ашыу алабалыҡ, уҡбалыҡ һәм һөмбаш селбәрәһе ебәрелде.
Фото: ecology.bashkortostan.ru