Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2020, 18:55

Ике аҙнала – 11 мең шылтыратыу

Башҡортостанда Ковидҡа ҡаршы cитуация үҙәге эшләй башлауына ике аҙна ғына ваҡыт үтте. Ул Башҡортостан Башлығының башланғысы менән 16 ноябрҙә “Торатау” Конгресс-холында ойошторолғайны.

Ошо ваҡыт эсендә 11 мең самаһы шылтыратыу ҡабул итеп өлгөргәндәр ҙә. Үткән аҙнала, 23-29 ноябрҙә, 5 меңдән ашыу шылтыратыу теркәлгән. Былар тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә үҙәктең етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева һөйләне.

Римма Әмир ҡыҙы белдереүенсә, үткән аҙналағы кеүек үк кешене әле лә амбулатор медицина ярҙамы, ковид тестары һөҙөмтәһен алыу һәм дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе борсой. Шылтыратыуҙар бар республиканан килә, иң ҙур әүҙемлекте Өфө ҡалаһы, Өфө районы, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары кешеләре күрһәтә.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 44 проценты 35-тән 59 йәшкә тиклемге кешеләр. Өлкәндәр ҙә йыш шылтырата, уларҙан килгән 1491 мөрәжәғәт эшкәртелгән.

Радий Хәбиров үҙәк етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә халыҡҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм оҙайлы эшкә әҙер булырға саҡырҙы.

– Бер аҙнала биш мең самаһы мөрәжәғәтте эшкәртеү, ә иң мөһиме, кешегә ярҙам итеү, бик яҡшы. Яңы йылға тиклем дә, унан һуң да эшләргә тура килер әле, шуға күрә эш күп, көйләнегеҙ, – тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, колл-үҙәк таңғы 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем ялһыҙ эшләй. 8(347)218-19-19 телефоны буйынса шылтыратып, ярҙам ала алаһығыҙ.

Читайте нас: