Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2020, 19:04

Нефть үткәреүселәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙә ярҙам итте

Черкассы ҡасабаһында Өфө районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Советар Союзы Геройҙары Ф.М.Косолапов һәм П.А.Куликов, Дан орденының тулы кавалеры М.А.Едренкиндың исемдәрен мәңгеләштерҙеләр.

Киләсәктә ауыл халҡы парк та булдырмаҡсы - Геройҙар аллеяһы был паркта уҙәк урын алып торасаҡ.
Аллея булдырыуҙа тәүге аҙымдар яһалған да инде – бронзанан фронтовиктарҙың бюсты урынлаштырылған.
Был бюстарҙы эшләүҙә ярҙам һорап, Черкассы ауыл хакимиәте «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт иткән. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте райондың иҡтисади, мәҙәни һәм йәмғиәт тормошона, уның тотороҡло үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Предприятие әлеге башланғысты хуплай һәм эште тулыһынса башҡарып сығыу өсөн бер миллион һумға яҡын хәйриә аҡсаһы бүлә - бюстарҙы яһауҙан башлап монтажлауға тиклем. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың бюстары бронзанан яһалған, бетон-кирбес постаменттары гранит менән биҙәлгән. Табличкала геройҙарҙың исемдәре, йәшәгән йылдары уйып яҙылған.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәлдәрен ремонтлау һәм төҙөкләндереүгә ярҙам итеү «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең хәйриә эшсәнлегенең мөһим өлөшө булып тора. Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығында предприятие үҙе эш алып барған төбәктәрҙә 10-дан артыҡ һәйкәл һәм мемориаль комплексты тәртипкә килтерергә ярҙам итте.
Белешмә өсөн:
КОСОЛАПОВ Филипп Макарович, Советтар Союзы Геройы
2-се гвардия истребителдәр авиаполкы эскадрилья командиры (1-се һауа армияһы). 300 тапҡыр һауаға күтәрелгән, үҙе генә 11 самолет бәргеп төшөргән, төркөм менән 9-ҙы бәреп төшөргән.
КУЛАКОВ Петр Афанасьевич, Советтар Союзы Геройы
598-се артиллерия полкының орудие командиры (3-сө Белоруссия фронты). 1944 йылдың июлендә Неман (Белоруссия) йылғаһының һул яҡ ярында П.Кулаковтың артиллерия расчеты 5 дошман танкына яу ҡайтарған, уларҙың өсөһөн шартлатҡан, шул уҡ яуҙа П.Кулаковтың артиллеристары дошмандың 3 орудиеһын һәм 100 һалдатын юҡ иткән.
ЕДРЕНКИН Михаил Акимович, өс дәрәжә Дан Орденының тулы кавалеры
35-се штурмлау инженер-сапёр батальонының саперы (1-сее Украина фронты). Мөһим юлдарға миналар ҡуйыуҙа уңышлы эш иткәне, дошмандың ут нөктәләренә разведка яһаған, миналарҙы алған, совет ғәскәрҙәренең Одер йылғаһы аша кисеүен тәьмин иткән өсөн ордендар менән бүләкләнгән.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: