Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2020, 11:55

“Урал легендаһы” юлға сыға

Мәғлүм булыуынса, 5 декабрҙән ял көндәрендә “Урал легендаһы” туристик электр поезы йөрөй башлай. Ул Өфө – Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса хәрәкәт итә.

Поезд иртән 07.06 сәғәттә ҡуҙғала. Дим, Өршәк, 102-се саҡрым (“Асы” шифаханаһы), Инйәр, Айғыр, Белорет станциялары аша үтеп, Яңы Абҙаҡҡа 13.07 сәғәткә килеп етә. Яңы Абҙаҡтан Өфөгә 23.17 сәғәттә ҡуҙғала.

Бер яҡҡа юл хаҡы - 686 һум 40 тин, ә көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар өсөн 50 процент ташлама ҡаралған. Бынан тыш, “Урал легендаһы” ҡала-яны поезына билетты күрһәтеп, Яңы Абҙаҡ вокзалынан “Абҙаҡ” тау саңғыһы комплексына бушлай барырға һәм кире вокзалға тиклем килергә мөмкин.

Белорет районында ике ҙур тау саңғыһы комплексы эшләй – “Морат” һәм “Абҙаҡ”. Ҡыш әүҙем ял итергә яратҡандар был яҡҡа күпләп ағыла. Республика етәкселеге ҡарары менән, туристарға уңайлы булһын өсөн һәм был төбәктә туризмды үҫтереү маҡсатында, “Урал легендаһы” туристик кластеры үҫтерелә. Уны бойомға ашырыу барышында, 2017 йылдың ноябрендә “Урал легендаһы” поезы йөрөй башланы.

Фото: tv.rbsmi.ru

Читайте нас: