Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2020, 18:33

7 декабрҙән балаларҙың нисек уҡыры билдәле булды

Республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ҡарары менән мәктәп уҡыусыларының 7 декабрҙән уҡыу тәртибе хәл ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был штабтың етәксеһе – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл тотороҡланған. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы дистанцияла уҡыу тәртибен туҡтатырға тәҡдим итте. Был тәҡдимде "Роспотребнадзор" вәкилдәре лә хуплаған.
Шулай итеп, 7 декабрҙән алып республика мәктәптәре уҡыусылары ғәҙәти уҡыу тәртибенә ҡайта. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына бөтә мәктәптәрҙең дә санитар талаптарҙы үтәүен тикшерергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас: