Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2020, 16:49

Ковид ҡорбандары арта...

3 декабрҙәге күрһәткестәр буйынса, Башҡортостанда ковид йоҡтороусылар 141 кешегә артты.

Барлығы республикала коронавирус инфекцияһы 14 689 кешелә теркәлгән.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид кешеләренең ғүмерен өҙөүен дауам итә. Һуңғы тәүлектә тағын бер кешенең үлеменә ковид сәбәпсе булыуы билдәле. Барлығы Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар һаны 86-ға етте.Пандемия башланғандан алып, республикала 12 211 кеше ковидтан һауыҡҡан булып һанала. 71 яҡташыбыҙ һуңғы тәүлектә был инфекцияны еңгән.Әле Башҡортостанда 2392 кеше коронавирус менән ауырый. 538 кеше - дауахаларҙа табиптар күҙәтеүе аҫтында, ауырыуҙы сағыштырмаса еңел формала кисереүсе 1854 кеше амбулатор дауаланыу ала.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид ҡына түгел, пневмония менән ауырыуҙың яңы осраҡтары ла көн һайын 400-ҙән ашыу кешелә асыҡланып тора.
Фото: aamc.org
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас: