Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2020, 14:03

Бөгөн үҙенсәлекле күргәҙмә асыла

4 декабрҙә баш ҡалалағы Ҡунаҡһарайҙа үҙенсәлекле күсмә күргәҙмә асыла. “Башҡортостандың Милли архивында халыҡ иҫәбен алыу буйынса документтар” тигән күргәҙмәне Башҡортостан Милли архивы менән Архив эштәре буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән.

Күсмә күргәҙмә тарихи документтар, төрлө йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре тупланмаһынан тора. Улар дүрт күсмә витрина һәм сенсор өҫтәлдә урын аласаҡ.
Күргәҙмә бик файҙалы, мөһим. Унда килгәндәр “Башархив” порталы менән ҡулланырға өйрәнә ала.
“Башархив” – тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостан халҡына 1917 йылғы ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыуға ҡағылышлы мәғлүмәттәргә юл асҡан уникаль проект. Унда Өфө губернияһының биш өйәҙе буйынса – ә был хәҙерге Башҡортостандың күпселек райондары тигән һүҙ – документтар тупланған. 5740 документ асыҡ ҡулланылышҡа ҡуйылған. Порталға инеп, теләгән һәр кем үҙенең нәҫеле, уларҙың йәшәү рәүеше, тарихы менән танышып, шәжәрәһе өсөн кәрәкле мәғлүмәт белешә ала.
Күсмә күргәҙмә иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-гә тиклем эшләй. Нәҫеле тарихы менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн ул бик кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Фото: "Башархив".
bash.rbsmi.ru
Читайте нас: