Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2020, 17:45

Ҡоторған бүре һөжүм иткән

Белорет районының Аҙнағол ауылында ҡотороу ауырыуы буйынса карантин керетелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында баҫылған.

Документтан күреүенсә, сикләү саралары 30 ноябрҙән урындағы фермерҙың шәхси ярҙамсы хужалығында билдәләнгән. Карантиндағы территорияла эттәрҙе сығарыу һәм йөрөтөү, йорт хайуандары менән сауҙа итеү, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе карантин территорияһынан ситкә сығарыу, ҡырағай хайуандарҙы тотоу тыйыла. 8 ноябргә ҡаршы төндә бер бүре, фермерҙың ишек алдына кереп, уға һәм уның этенә, шулай уҡ янынан уҙып барыусы ҡатынға һөжүм иткән. Урынға участок инспекторы саҡыртыла, ул бүрене ата. Билдәле булыуынса, йыртҡыс пенсионерҙы аяғынан тешләгән, әммә өлкән йәштәге кеше өйөнә ҡасып ҡотола алған. Уның янына полиция лейтенанты Азат Ғәлимов килгән. Полицейский ошо урынды ҡарап сыҡҡан арала ертҡыс һөжүменән зыян күреүселәрҙе тағын да осратҡан. Улар ауылда йәшәүсе 44 йәшлек ҡатын һәм уның танышы булып сыҡҡан. Ҡатынға ярҙам саҡыртылған. Табиптар уның аяғы һыныуын, тешләү эҙҙәрен һәм күҙе йәрәхәтләнеүен асыҡлай. Зыян күргән ир йәшәй торған урындан алыҫ түгел Ағиҙел урамында инспектор хайуанды күреп ала. Бүре уға ташланырға ынтыла һәм полиция хеҙмәткәренә табель ҡоралын ҡулланырға тура килә. Үлгән хайуан ветеринарҙарға тапшырылған. Унда ҡотороу сире табылған. Зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтелә.Башинформ.
Читайте нас: