Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2021, 02:00

Бишбүләктә яңы парк буласаҡ

Район үҙәгендә hәр кем үҙ күңеленә оҡшаған шөғөл таба алырлыҡ универсаль майҙансыҡ буласаҡ

Ҙур проектҡа старт бирелде — буласаҡ мәҙәниәт, ял hәм спорт паркы биләмәһендә төҙөш эштәре башланды. Бының ниндәй проект икәнлеге hәм ул ниндәй перспективалар асыуы тураһында Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов һөйләй:

— Илдар Рәхим улы, Бишбүләктә ниндәй парк барлыҡҡа килә? Уның тураһында һөйләгеҙ.

— Әлеге масштаблы проект «Елкән» физкультура-һауҡтырыу комплексы, Пушкин урамы, Yҙәк район дауаханаһы hәм Спорт урамы араһында урынлашҡан территорияла төҙөлөш эштәрен күҙ уңында тота. Күптән түгел элек бында буш урын ине. Майҙансыҡ уңайлы урында урынлашҡан hәм бында төрлө саралар үткәрелә ине, мәҫәлән, гастролдәрҙә булған цирк ҡуйыусылар туҡтала ине. Әммә территорияның күренеше матур түгел ине. Шуға күрә бында яңы парк булдырырға ниәтләнек. .

Проект буйынса уйын hәм спорт майҙансыҡтары, төрлө арт-объекттар, кесе формалы архитектура, йәйәүлеләр hәм йүгереү һуҡмаҡтары «Ғашиҡтар күпере», ә үҙәктә ысын фонтан төҙөләсәк.

— Эштәр әлеге моментта ниндәй стадияла?

— Шунан башлайым, төҙөлөш алдынан ҙур әҙерлек эше алып барылды. Проект Урындағы башланғстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бишбүләктәр, моғайын, хәтерләйҙер, ике ел элек әлеге проект буйынса К. Хәкимов hәм Баҡса урамдары сатынан алып Спорт урамына ҡәҙәр юл участогы проекты раҫланды hәм ремонт үткәрелде. Йыл дауамында ауыл Советы hәм инициатив төркөм граждандарҙың бер нисә кәңәшмәһен hәм бер йомғаҡлау йыйылышы үткәрҙек, унда проектты раҫланыҡ. Унан һуң аҡса йыйыу башланды, сөнки Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу ауыл халҡы тарафынан уртаҡ финансланыуҙы күҙ уңында тота. Халыҡтың инициативаға теләктәшлек күрһәтеүе шатландыра —Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә талап ителгән сумма йыйылды.

— Һүҙ күпме сумма тураһында бара?

— Урындағы башланғыстларҙы хуплау программаһы проекты бер миллион ярым күләмдә финанслауҙы күҙ уңында тота. Шуның 1 миллионы ул — республика бюджетынан субсидия, 200 мең һумы — ауыл Советы аҡсаһы, 200 мең һумы — халыҡтан йыйылған аҡса. 100 меңдән ашыуы — район ойошма hәм предприятиеларының күрһәткән ярҙамы. Айырыуса Yҙәк район дауаханаһы, 1 hәм 2- се урта мәктәптәре, район хакимиәте, «Энергосервис», «Тепловик», «Комплексстрой», «Бижбулякгазспецстрой» предприятиеларын, С.К. Михайлов хужалығын, Ғәҙелшин, Сабитов, Фәйзуллин, Федосеев шәхси предприятиеларын билдәләп үткем килә.

Барлыҡ ойоштороу процедураларынан һуң подрядчик билдәләү өсөн заявка бирҙек, ул Бишбүләк юл ремонтлау-төҙөү идараһы булды. Туранан-тура төҙөү эштәренә бригада сентябрь айында тотондо. Был ваҡыт эсендә территорияны планлаштырҙылар, объекттарҙың урынлашҡан урыны билдәләнде, футбол яланы өсөн полотноны тигеҙләнеләр, йүгереү юлы, фонтан өсөн урын, буласаҡ урман посадкаһы урынын билдәләнек, унда 400 үҫенте ултыртылды.

— Киләсәктә тағы ла ниндәй эштәр көтә?

— Мәҙәниәт, ял hәм спорт паркы ул — оҙон юл үткән проект. Башта билдәләп үтәм, ул бер нисә йылға иҫәпләнгән. Киләһе йылда парк территорияһын әйләндереп алыу, ҡапҡа урынлаштырыу, йүгереү юлдары яһауҙы планлаштырабыҙ. Кесе форма архитектуралары, сүп һауыттары, эскәмйәләр урынлаштырыласаҡ. Спорт майҙансығын төҙөү башланасаҡ.

— Эш фронты ҙур. Финанс ресурстар етeрме?

— Урындағы башланғыстларҙы хуплау программаһы сиктәрендә йыйылған аҡса, әлбиттә, бының ҡәҙәр масштаблы эштәр башҡарыуға етмәй, әммә ул яҡшы старт. Киләсәккә планды үҙ ресурстарыбыҙ hәм район хакимиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырасаҡбыҙ, хакимиәт етәкселеге тейешле ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

— Илдар Рәхим улы, һеҙ проекттан нимә көтәһегеҙ? Мәҙәниәт, ял hәм спорт паркы район үҙәгенә нимә бирәсәк?

— Парк йәштәрҙең һәм өлкәндәрҙең яратҡан ял итеү урыны, мәҙәни hәм спорт тормошо үҙәге булырға тейеш. Парктың мөмкинлектәре бында дөйөм саралар, концерттар, күргәҙмәләр үткәрергә ярҙам итәсәк. Гостролдә булыусы hәм урындағы артистар өсөн сығыш яһау өсөн яҡшы майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Эшҡыуарҙар аттракциондар урынлаштыра аласаҡ. Фонтан янында hәм Ғашиҡтар күперендә яңы өйләнеүселәр фотосессиялар яһар тип ышанам. Территория йәйәү йөрөү һәм йүгереү, физкультура менән шөғөлләнеүгә яраҡлаштырылырға тейеш. Уйын зоналары hәм арт-объекттар үҙҙәренең ялдарын бында үткәрергә килгән балаларҙа hәм уларҙың ата-әсәләрендә ҡыҙыҡһыныу уятыр.

Форсаттан файҙаланып, бишбүләктәрҙе Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырабыҙ. Тәжрибә инде үҙенең эффектлылығын иҫбатланы. Һәр кем быны үҙ күҙе менән күрә ала. Шуныһын билдәләп үтәм, беҙ әле киләһе йылға Программала ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ. Ноябрь аҙағына ҡәҙәр яңы объектты билдәләргә кәрәк, әле шул эште башҡарабыҙ. Яҡын арала граждандар менән осрашыуға әҙерләнәбеҙ, улар әлеге мәсьәлә буйынса хәл иткес һүҙен әйтәсәк. Шуға күрә буласаҡ проектты тикшереүҙә ҡатнашырға саҡырам, сөнки Бишбүләктең ниндәй булыуы беҙгә бәйле.

Олег ЛЕОНТЬЕВ әңгәмәләште.

Фото хакимиәт архивынан.
Читайте нас