Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2021, 02:00
Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән
Ерекле ауылынан Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр ветераны Федор Максимов армия хеҙмәте йылдарында ҡырыҫ мәктәп торошо уҙған
Бөгөн районда Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙең 55 һуғыш ветераны йәшәй. Быйыл уларҙың 11-е 50 йәшен билдәләй.
— 2 ғинуарҙа миңә 50 йәш тулды, — тип һөйләй Федор Николаевич. — Бүләктәр менән беҙгә ҙур делегация килгәс, бик ғәжәпләндем. Мине 50 йәш менән ҡотларға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Артур Ғәлиев, район ветерандар советы рәйесе Вәлиулла Булатов, афғанлыларҙың ветерандар советы рәйесе Вилмир Әхмәтйәнов hәм Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Петров килде. Мин был тиклем иғтибар, ҡотлауҙар hәм тапшырылған бүләктәргә ихлас ҡыуандым.
Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Федор Максимов Ленин исемендәге тыуған колхозында механизатор булып эшләй башлай. Ул әле мәктәптә yҡығанда уҡ киң профилле тракторсы-машинист таныҡлығын алған. Бар ғүмере уның тыуған ауылында уҙа. Бары тик армия хеҙмәтен үткәндә генә ул тыуған яҡтарҙан айырыла. Федор Николаевич 1987 — 1989 йылдарҙа Афғанстанда Термез сик буйы отрядында хеҙмәт итә, унда бер йыл элек кенә хәрби бурысты үтәгәндә батырҙарса hәләк булған беҙҙең яҡташыбыҙ Вишневка ауылынан Володя Яковлев хеҙмәт иткән була. Сик буйы отряды дәүләт сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, сиктәш дәүләт территорияһында колонналарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Күп тапҡырҙар сик һаҡсылары барлыҡ һалдаттар менән бергә дошман уты аҫтына эләгә.
— Армиянан һуң үҙемдең өйрәнгән механизатор эшенә әйләнеп ҡайттым, — тип дауам итә юбиляр. — Ваҡыт һиҙелмәй үтә. Мин яҙмышымды мәктәп эскәмйәһенән үк һайлаған ауыл hөнәре менән бәйләүемә утыҙ йыл тулды.
Ирле-ҡатынлы Федор Николаевич менән Валентина Константиновна ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Сергей атаһы юлынан киткән: теләһә ниндәй маркалағы трактор hәм механизмдарҙа эшләй. Ул Псковта hауа hөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән hәм командованиенан биш бүләк алған. Сергей менән Юлияның йәш ғаиләһе ата-әсә йортонда йәшәй. Өләсәй менән олатайҙы һөйөндөрөп, йәш ярымлыҡ Никита үҫеп килә. Ҡыҙҙары Алена быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай.
— Беҙ ҡатыным менән бер ваҡытта ла бәхетте ситтән эҙләмәнек. Тыуған яғыбыҙ, беҙҙең тыуған ауылыбыҙ беҙгә бик яҡын, — ти Федор Николаевич. — Беҙҙең хужалығыбыҙ ҙур, ишек алды тулы мал-тыуар. Урындағы «Самарская» агрофирмаһында эшләйем. Хужалыҡ етәкселеге hәм райондың ауыл хужалығы идараһы минең хеҙмәтемде юғары баһалай: йыл һайын Маҡтау грамоталары менән бүләкләй. 2008 hәм 2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығы тарафынан Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдым.
Владимир Смолов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"