Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәттах Фәррах улы Сәйфетдинов еңеүселәр быуынының ниндәй булырға тейешлеген бар тормошо менән раҫлаған

99 йәшлек ветеран ауыр тормош юлы үткән. Әмма бөгөн дә, барлыҡ күргән-кисергәндәренә ҡарамаҫтан, ул күңел күтәренкелеген юғалтмай hәм һәр таңды яҡшы кәйеф менән ҡарашылай.

Фәттәх Фәррах улы Яңы Биктәш ауылында дүрт ул hәм өс ҡыҙ буй еткергән ишле балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәләһе тәүгеләрҙән булып колхозға ингән. Сәйфетдиновтарҙың бар ғаиләһе колхоз эштендә ҡатнашҡан. 1939 йылдың сентябрендә йәш Фәттәхты армияға алалар. Ул Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Учебканан һуң, кесе сержантты Маньчжурия сигенә 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты 1-се Ҡыҙыл байраҡлы Армия 59-сы уҡсылар корпусы 216-сы Корпус артиллерия бригадаһы 50-се туп-артиллерия полкының гаубицаларҙың өсөнсө батареяһына наводчик итеп ебәрәләр.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәш артиллерист хеҙмәттәштәре менән бергә Советтар Союзы сиген һаҡлай. Бында ҡот осҡос аслыҡ була. Йәй көнө, ғәҙәттә, алабута, виноград япраҡтарынан аш бешерәләр. Бәрәңге күрмәгәндәр. Аслыҡҡа түҙeрлек булмағас, Фәттах Сәйфетдинов үҙе теләп, Көнбайыш фронтҡа яҙыла. Аслыҡтан үлгәнсе, пулянан үлеү яҡшыраҡ, тип уйлай ул. Ул ваҡытта уның өс ағаһы фронтта була, шуға күрә командир сһалдатҡа рөхсәт бирмәй.

Германияны Еңеү тураһында хәбәр килгәс, һалдаттар шатлана. Һәм тиҙҙән өйгә ҡайтырбыҙ, тип өмөт итә. Тик ваҡыт үтә, ә демобилизация тураһында бойороҡ юҡ. Хәрби хәрәкәттәр көнсығышта дауам итә. Ветеран Совет ғәскәрҙәренең Маньчжурияға кереүен яҡшы хәтерләй. Дошманға ҡаршы ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп, совет ғәскәрҙәре Муданьцзянаға йүнәлә, унда Фәттах Фәррах улының еңеү юлы тәмамлана. Һөҙөмтәлә, миллионлы Квантун армияһы тулыһынса тар-мар ителә. Һуғыштан һуң һалдаттарҙы Хабаровск крайына күсерәләр. Ауыр шарттарҙа совет ғәскәрҙәре Ҡытай сигендә 1946 йылдың майына тиклем ҡала.

Ә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан һалдатты ҡайғылы хәбәрҙәр көтә. Кавалерист булып хеҙмәт иткән Сәбәх ағаһы Сталинград фронтында hәләк була. Икенсе ағаһы Ғәйнетдин, сапер, Ҡаҙағстанда алған яраларынан вафат була. Кесеһе Сәләх, минометсы, Волхов фронтында hәләк була.

Һуғыштан һуң тыныс тормышҡа әйләнеп ҡайтҡас, Фәттәх Фәррах улы 44 йыл буйы тыуған ауылында төрлө эштәрҙә эшләй. Йәрмәкәй районы Турай ауылынан Әминә исемле ҡыҙға өйләнә. Уның менән биш бала, ике ул hәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Фәнүз менән Сәләх, аталары кеүек үк, ил алдындағы үҙ бурысын үтәгнә. Фәттәх Фәррах улы колхозда трактор бригадаһында хисапсы, бригадир, шулай уҡ ферма мөдире лә булып эшләй. Һуңыраҡ Шафранда хисапсы һөнәрен үҙләштерә һәм Яңы Биктәш ауыл Советында, «Сухоречка» совхозының Яңы Биктәш бүлексәһендә бухгалтер булып эшләй. Тормош иптәше Әминә менән 45 йыл бергә ғүмер итәләр. Бөгөнгө көндә һуғыш ветераны улы Сәләх менән бергә, инде бүләсәләренә ҡыуанып йәшәй.

Ирина МИХАЙЛОВА әҙерләне.

Автор фотоһы.
Читайте нас