Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
31 Декабря 2020, 21:00
Матурлыҡтың шифалы көсө
Беҙ йыш ҡына онотолмаҫ Леонид Гайдайҙың үлемһеҙ кинокартиналарының яратҡан геройҙарың цитаталарын ҡулланабыҙ.
Моғайын, башҡаларҙан айырыусы йышыраҡ беҙ күптән түгел арабыҙҙан киткән рус киноһының даһийы Владимир Этуш тыуҙырған персонаждарҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙҙер. Уның “Кавказская пленница”һы геройы Сааховтың “Спортсы, студент, комсомол һәм сибәр ҡыҙ” һүҙҙәрен иң күп әйтеүебеҙ бәхәсһеҙ.
Миәкә үҙәк район дауаханаһы йәш табип-психиатры Лилиә Арыҫланова тураһында яҙырға тотонғанда, әлеге һүҙҙәр тел осона килеп тора. Әйтерһең, улар барыһы ла тап бына уның тураһында әйтелгән кеүек. Сааховтың шул ыңғай исемлегенән Лилиәгә комсомол булырға ғына тура килмәгән, уныһы ла йәше арҡаһында ғына.
Дүсән ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Лилиә, теләге булһа хатта спортсы ла булыр ине. Сөнки уның тормош иптәше Алмаз Арыҫланов, йәғни Әнәс ауылының беренсе егете, спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше фанаты, атлет барлыҡ буш ваҡытын физик культура менән шөғөлләнеп уҙғара һәм, ҡағиҙә булараҡ, яратҡан тормош иптәшен, ҡыҙы – икенсе класс уҡыусыһы Аринаны ла йәлеп итә.
Сибәр ҡыҙ тураһында һүҙҙәрҙең серҙе асыу бөтөнләй кәрәк түгел. Был фактты ир-аттар ғына түгел, хатта Лилиә Рифҡәт ҡыҙының яҡын дуҫтары ла таный, уны дауахананың психиатрия кабинетына табип итеп билдәләгәндән һуң, унда төрлө йәштеге ғашиҡ ир-егеттәр иҫәбенән ысын, шулай уҡ ялған ауырыуҙар һаны һиҙелерлек артҡан, тип шаяртырға ярата.
Ә бына Лилиәгә комсомол сафтарына баҫырға тура килгән булһа, ул мотлаҡ алдынғылар рәтендә булыр ине. Әүҙем тормош позицияһы уға тыумыштан бирелгән. Ул үҙенә мохтаж булған барлыҡ ерҙә булырға ынтыла. Ә Миәкә район поликлиникаһының коллективына килеп эләккәс, уға йәмғиәт тормошоноң уртаһында ҡайнарға Хоҙай үҙе ҡушҡан кеүек. Район дауаханаһы коллективы – райондың үҙешсән сәнғәтендә актив ҡатнашыусы. Үҙешсән сәнғәттә ҡатнашырға бары тик энтузиастарҙы, сәхнәгә ғашиҡ кешеләрҙе генә йәлеп итеп була. Элек ысын комсомолдар һәм коммунистар, тиерҙәр ине. Беҙҙең Лилиә Арыҫланова ла тап бына шундай комсомолка булып тора, ул ысын сәнғәт оҫталары кеүек районда иң танылған йыр һәм бейеү ансамблдәрендә ҡатнаша. Уларҙың күбеһе, шул уҡ ваҡытта, әйтергә кәрәк, халыҡ һәм өлгөлө статусына эйә. Шулай итеп, беҙҙең яратҡан фильмдан цитатаны Лилиә Рифҡәт ҡыҙы Арыҫлановаға ҡарата тулыһынса ҡулланырға мөмкин. Был бер ниндәй ҙә арттырыу булмаҫ.
Рәүеф Хәкимов,
Автор фотоһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"