Парктар халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай, күптәр үҙ балаларын күңел асыу йәки үҙҙәре лә ял итеү өсөн ҡалаға бара, парк буйлап йөрөп, туңдырма ашарға, аттракциондарҙа атынырға, ял итeргә hәм ваҡытты күңелле үткәрергә тырыша. Әммә хәҙер беҙҙә лә район халҡы өсөн ял паркы буласаҡ. Был спорт, мәҙәни саралар, ял итеү, күңел асыу hәм йөрөү зонаһын бер урында берләштерергә мөмкинлек бирәсәк. 2018 йылда мәҙәниәт, спорт hәм ял паркын төҙөү буйынса масштаблы проектҡа старт бирелде, ул урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Иҫкәртеп үтәбеҙ, финанслау миллион ярым һум күләмендә ҡаралғайны. Уның 1 миллионы — республика бюджетынан субсидия, 200 мең һумы — ауыл советы биргән, 200 мең һумы — халыҡтан йыйылған аҡса. 100 меңдән ашыуы — ул район ойошмалары hәм предприятиеларының бағыусылыҡ ярҙамы. Билдәле булыуынса, проект буйынса уйын hәм спорт майҙансыҡтары, төрлө арт-объекттар, кесе формалағы архитектура объекттары, йәйәүселәр hәм йүгереү юлдары, гашиҡтар күпере hәм фонтан төҙөлөргә тейеш. 1,5 млн. һум — ҙур сумма, әммә заманса паркты төҙөү hәм төҙөкләндереү өсөн был сумма ғына етмәй. Әлеге сумманың парк төҙөлөшө hәм төҙөкләндереү өсөн ҙур старт булыуы бәхәсһеҙ. Был аҡсаға футбол яланы өсөн майҙан тигеҙләү һуҡмаҡтар һалыу кеүек ҙур күләмле эштәр башҡарылды. Посадка яғынан тимер ҡойма урынлаштырылды. Быйыл парк төҙөлөшө ярҙамсы программаға — республика бюджеты тарафынан финанслана торған «Ижтимағи территорияларҙы үҫтереү» проектына эләкте. Әлеге проект буйынса асфальт, брусчатка йәйелде, яҡтыртҡыс фонарҙар урынлаштырылды, фонтан йыһазландырылды, ҡапҡа ҡуйылды. Тиҙҙән төп ҡапҡа янында тимер ҡоймалар, спорт, балалар майҙансыҡтары, эскәмйәләр hәм сүп һауыттары урынлаштырыу планлаштырыла. Футбол яланы тирәһендә йүгереү юлы — кесе hәм ҙур түңәрәк буласаҡ. Барлыҡ башҡарылған эштәр hәм артабан да заманса мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү эштәре беҙҙең күҙ алдында бара. Проект ҙур күләмле hәм бер нисә йылға иҫәпләнгән, эш планлы hәм эҙмә-эҙлекле бара. Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы ҡарары менән мәҙәниәт, ял hәм спорт паркы Ә.Ф. Әхмәтов исемен йөрөтәсәк.
— Депутаттар сессияһында, йәштәр эштәре hәм спорт бүлегенең йүнәлтмәһен ҡарап, паркка Ә.Ф. Әхмәтов исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде, — ти ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов. — Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында актив ҡатнашҡандары өсөн халыҡҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Әлеге программаны тормошҡа ашырыу hәм старт алыу һөҙөмтәһендә беҙ беренсе аҙым яһаныҡ hәм киләсәктә был парк районыбыҙҙың биҙәге hәм халыҡтың яратҡан урыны булыр, тип ышанам.
Автор фотоһы.Әнәс Фазылйән улы Әхмәтов, КПСС-тың Бишбүләк районы комитетының элекке беренсе секретары, Бишбүләк район Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе 1939 йылда Кушнаренко районының Яңы Туҡмаҡлы ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын БАССР-ҙың Ҡариҙел районындағы «Искра» урман химия сәнәғәте артелендә техник-плансы, өлкән хисапсы булып башлай. Кострома ауыл хужалығы институтында, артабан КПСС Yҙәк комитеты ҡаршыһындағы Юғары партия мәктәбендә уҡый. 1976 — 1978 йылдарҙа — Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1978 — 1988 йылдарҙа — КПСС-тың Бишбүләк районы комитетының беренсе секретары. Ул социаль-иҡтисади үҫешкә, матди-техник базаны нығытыуға ҙур өлөш индерҙе hәм райондың ижтимағи тормошонда актив ҡатнашты. Эшләү дәүерендә Ә.Ф. Әхмәтов Бишбүләк үҙенсәлекле, күҙгә күренерлек үҫеш алды. Был ваҡыт эсендә район үҙәгендә комбайндарҙы ремонтлау буйынса ҙур цех, ремонт-техник предприятиеһы ҡаршыһындағы полимер цехы, ПМК1012, район берләшмәһе hәм «Сельхозхимия» берләшмәһе, 149-се СПТУ, район-ара ремонт-эксплуатация етештереү берләшмәһе барлыҡҡа килде, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаттары, тораҡ-коммуналь хужалығы, сауҙа предприятиелары hәм башҡалар киңәйҙе.