Дим буйҙары
+17 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
17 Января 2021, 18:23
Элвин Грейҙың туйы ҡасан, ҡайҙа үтер?
Хәбәр ителеүенсә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың Ижевск һылыуы Инзилә Фәтхетдинова менән никахы булды.
Йәштәр үҙҙәренең тәүге ғаилә байрамын Ҡазан ҡалаһында үткәрҙе. Ислам дине буйынса улар хәҙер ир һәм ҡатын. Әммә мөхәббәттәрен тейешле закондар нигеҙендә рәсмиләштереү ҙә кәрәк. Элвин Грейҙың меңдәрсә тамашасыларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың береһе - йәш парҙың туйҙарының ҡасан һәм ҡайҙа булыуы.
"Туй йәй көнө Өфөлә үтәсәк", - тиҙәр улар. Тимәк, йәмле йәйҙә Өфө урамдарын шаулатҡан матур тамашаны - Элвин Грейҙың туйын күптәр үҙҙәре үк күрә аласаҡ. Әйткәндәй, йәш кейәү кәләшенә никахта бик матур һәм зиннәтле бүләк яһаған. Ул Инзиләгә ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән йөҙөк, алҡа һәм муйынса кейҙергән. Ә бына туйына кәләшен ни менән ҡыуандырасағы әлегә сер булып ҡалһын. Иң мөһиме - йәштәр бәхетле булһын!
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"