Дим буйҙары
+22 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
24 Марта 2021, 13:39
Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт шағиры, ХIХ быуат мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың) тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документта 2026 йылда бөйөк әҙиптең юбилейына арналған саралар үткәрергә ҡарар ителә. Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендәге ойоштороу комитетына юбилейға әҙерләнеү һәм уны үткәреү планын төҙөү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелә.
Указдың үтәлешенә контроль Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә йөкмәтелә.
Мәғлүм булыуынса, бөйөк әҙиптең юбилейына арналған саралар быйыл 8 ғинуарҙа Тәтешле районында башланғайны. Үрге Тәтешле ауылының яңы биҫтәһендәге урамдарҙың береһенә мәғрифәтсенең исеме бирелде. Ошо уҡ урамда уға мемориаль таҡтаташ асылды.
bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"