Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
30 Марта 2021, 22:14

Миллəттəр һаны артҡандан арта

1989 йылғы йəниҫəп һөҙөмтəлəрендə Рəсəйҙə 126 миллəт күрһəтелгəн. 2002 йылда улар һаны 182-гə еткəн.

2010 йылда... 2010 йылда беҙҙең илдə 193 миллəт вəкиле йəшəүе асыҡланған. Быйыл нисегерəк булыр икəн?
Ғалимдар фекеренсə, миллəттəр һаны тағы ла артыуы мөмкин. Совет осоронан айырмалы рəүештə, хəҙер паспортта миллəт атамаһы яҙылмай. Шулай ҙа кеше үҙенең ҡайһы миллəттəн сығыуын белə. Халыҡ иҫəбен алыу ваҡытында бөтə мəғлүмəт кешенең əйтеүенсə яҙыла. Һеҙҙе берəү ҙə, теге миллəт булып яҙыл, быныһы булып яҙыл, тип ирекһеҙлəмəй. Əлбиттə, миллəтегеҙҙе лə үҙегеҙ белгəнсə күрһəтəһегеҙ. Тик ул ҡайһы бер йылдарҙағы кеүек эльф, хоббит, марсиан кеүек булмаһын инде. Иҫегеҙгə төшөрəбеҙ, перепись быйыл көҙ үтəсəк.
Читайте нас