Дим буйҙары
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Апреля 2021, 14:37

Тәүлек нимә күрһәтте?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 106-ға артҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google

Шулай итеп, пандемия осоронда вирусты эләктергәндәр 32 569-ға етте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир ҡорбандары өс кешегә артып, бөтәһе 367 тәшкил итә.

Һуңғы тәүлектә 180 ауырыуҙың һауыҡҡаны билдәле. Әле республикала 4 369 кеше дауалана.

“Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикала миҙгелгә хас киҙеү, киҫкен респиратор вируслы сирҙәр артыуын дауам итә. Күпселеге - 17 йәшкә тиклемге балалар.

Рәсәйҙә тәүлектә 8 792 кешенең вирусты йоҡторғанлығы асыҡланған. 400 ауырыуға табиптар ярҙам итә алмаған. Сирҙе еңеп сыҡҡан ауырыуҙар һаны ла арта, тәүлектә 9 832 пациент һауыҡҡан.

Фото: osnmedia.ru

Читайте нас