

Төбәк этабында еңеп сыҡҡандар республиканы ил күләмендә таныта, ә федераль этапта еңеү яулағандар 2022 йылда проекттарын тормошҡа ашырыуға субсидия ала.
Конкурста ҡатнашыуға коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт һәм автономиялы бюджет учреждениелары, территориаль йәмәғәт үҙидара органдары, айырым осраҡтарҙа юридик берәмек статусын алмаған, ләкин субсидия алған мәлгә бындай статусҡа эйә булыуҙы планлаштырған ижтимағи хәрәкәттәр саҡырыла. Конкурс проекттары мәктәп ирекмәнлеге, студент ирекмәнлеге, эшкә һәләтле халыҡ ирекмәнлеге, “көмөш” ирекмәнлек кеүек йүнәлештәрҙә тәҡдим ителә ала. Ғаризалар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: mmps.bashkortostan.ru/presscenter/news/359823/