Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
26 Апреля 2021, 13:58

Йылдар үтһә лә, Чернобыль фажиғәһе онотолмай

Бөгөн, йәғни 26 апрелдә Рәсәйҙә радиация һәләкәттәрендә һәм катастрофаларҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Чернобыль АЭС-ындағы 35 йыл элек булған фажиғәне онотоу мөмкин түгел.

Райондың “Вектор” йәштәр үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең районда ла Чернобыль атом электростанцияһындағы һәләкәттең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар бар. Йыл һайын мемориаль комплекс янына авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә өлөш индергән ликвидаторҙар, беҙҙең аранан бик иртә киткәндәрҙең тол ҡатындары, хакимиәт етәкселәре, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар йыйыла.

Йыйылған халыҡ алдында район хакимиәтенең кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Алексей Данилов һәм Бишбүләк районының хәрби комиссары Валерий Шәрифуллин сығыш яһап, бындай сараларҙы уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне һәм ҡалғандарға һаулыҡ, именлек теләне.

"Вектор" йәштәр үҙәге сайтынан.

Читайте нас