

Бидәле булыуынса, Миңлеғәле Шайморатов 1943 йылда Луганск өлкәһен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткән саҡта һәләк булған.
Был иҫтәлекле дата айҡанлы мәктәптә (85 йыл) Миңлеғәле Шайморатовтың бюсы асылды.
Мәктәп директоры Гөлназ Серова белдереүенсә, урындағы музейҙа легендар башҡорт хәрби начальнигына һәм республика менән һуғыштан һуңғы йылдарҙағы хеҙмәттәшлеккә арналған бик күп материалдар һаҡлана. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, былтыр Башҡортостан ярҙамы менән 22-се мәктәптә компьютер һәм кадет кластары асылғайны.
– Беҙ ярҙам өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәтлебеҙ, туғандаш республикаға тыныслыҡ һәм сәскә атыу теләйбеҙ, – тине Гөлназ Серова.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры төшөрлгән маркаларҙы ғәмәлдән сығарыу сараһында ҡатнашты һәм Петровское ҡалаһының ситендә ҡуйылған совет хәрбиҙәре һәйкәленә сәскә һалды. Тап ошонда дөйөм ҡәберлектә Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.