Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Мая 2021, 10:06

Өфөлә мәктәп уҡыусыларын эвакуациялайҙар

Бөгөн, йәғни 17 17 майҙа баш ҡаланың 29-сы, 130-сы һәм 141-се мәктәптәренә шартлатҡыс һалынған тигән хәбәрҙәр килә. «Башинформ» агентлығының үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, күпселек «хаттар» Сипайлово биҫтәһе мәктәптәренә килгән.

Компетентлы хеҙмәттәр оператив тәртиптә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялауҙы ойошторған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары кинологтар менән бергә биләмәне тикшерә, ә уҡыусылар социаль селтәрҙә ваҡиға урынынан фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша.
Бәхеткә, мина һалынған тигән бер хәбәр ҙә раҫланмай.
Читайте нас