

Унда ҡатнашыу өсөн ата-әсәләргә «Мир» картаһы ярҙамында мирпутешествий.рф сайтында юллама һатып алырға кәрәк. Аҡса биш көн эсендә иҫәпкә күсә.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда балалар кешбэк федераль программаһы буйынса республика балалар лагерҙарына юллама һатып алғандар 30% күләмендәге өҫтәмә компенсацияға иҫәп тота ала.
Балалар лагерына нисек юллама һатып алыу һәм файҙа сығарыу тураһында бында уҡығыҙ.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 майға ҡала ситендәге 51 лагерь республика биләмәһендә балалар ялын ойоштороу реестрына индерелгән. Май аҙағына тиклем тағы 50-гә яҡын балалар лагеры ошо реестрҙа булырға тейеш.
https://www.bashinform.ru