Дим буйҙары
+14 °С
Ясна
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2021, 10:34
Янғында ир кеше һәләк булған
Бәләбәй районының Знаменка ауылындағы янғында ике тораҡ йорт, бер ташландыҡ йорт һәм мунса көл-күмергә әйләнгән. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Янғынды һүндереп бөткәс, ҡотҡарыусылар бер ирҙең кәүҙәһенә юлыға. Уның 1965 йылғы икәнлеге асыҡланған.
"Ҡыҙыл ут"ты ауыҙлыҡлауҙа бөтәһе 22 ҡотҡарыусылар һәм 8 берәмек махсус техника ҡатнаша. Ваҡиға урынында оператив-тәфтиш төркөмө эшләй, осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Көндәрҙең үтә ҡоро һәм эҫе тороуы янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра. Шуға күрә ут менән бик һаҡ эш итегеҙ. һыуҙан ҡалһа ла, уттан бер нәмә лә ҡалмауын онотмағыҙ!
Фото: РБ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Август , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Август , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Август , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"