Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
3 Июня 2021, 14:20

Бүләккә – ат!

Мәсетле районында булған юл-транспорт фажиғәһе бар республика халҡын тетрәндергәйне. Ул саҡта биш кеше йәрәхәтләнде, ә меҫкен атты үлтерергә мәжбүр булғайнылар.

Был ваҡиғанан һуң урынға, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе барҙы һәм халыҡ менән осрашты. Шул саҡта ул аттың хужаһына яңыһын бүләк итергә вәғәҙә биргәйне.

Вәғәҙә - иман! Бөгөн атын юғалтҡан Марсель Шәрифуллинға ике йәшлек орлов тоҡомло юртаҡ атты килтереп биргәндәр ҙә. Бүләкте Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова тапшырған. Был турала район журналисы Анфиса Ишмөхәмәтова хәбәр итә.

"Радий Хәбировҡа бындай көтөлмәгән бүләк өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Мин үҙемдең тормошомдо атһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Иғтибары һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт", - тигән Марсель Шәрифуллин.

Юртаҡтың исеме - "Забава". Ул бик темпераментлы һәм сапсан. Хужаһына уны өйрәтеп алырға кәрәк.

Ул саҡта Радий Хәбиров йәрәхәтләнгән кешеләрҙе ныҡлап дауалаясаҡбыҙ, ә ауыл клубын ремонтлап, янында парк булдырасаҡбыҙ тиәйне.

"Башинформ".

Читайте нас