Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Июня 2021, 20:31

Путин мәктәп уҡыусыларына түләүҙәрҙе киңәйтергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәп уҡыусылары ғаиләләренә бер тапҡыр күрһәтелә торған ярҙамдың йәш сикләүҙәрен киңәйтте. Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә ул быйыл ун мең һумды балалары мәктәпкә ете йәштән түгел, алты йәштән барһа ла түләргә ҡушты. Был турала ТАСС яҙа.

Дәүләт башлығы документтың тәүге тексында түләүгә тик ағымдағы йылдың мартына тиклем алты йәше тулған балалары булған ғаиләләрҙең генә хоҡуғы булыуына иғтибар итте.
Мәктәп уҡыусылары булған йәки быйыл беренсе синыфҡа барыусы балалары булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе Путин 21 апрелдә Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе барышында иғлан иткәйне.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото psy-files.ru
#Владимир Путин
Читайте нас