Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Июня 2021, 07:56

Баҡсаларҙа еләктәр ҡыҙарып бешә

Йәйҙең тәүге емештәре – баҡса еләктәре өлгөрә башланы. Ҡырҙа ер еләк бешкәнсе, баҡса еләгенән ҡайнатма эшләйбеҙ. Ҡышҡылыҡҡа эре еләктәрҙән ауыҙ һыуын килтерерҙәй, бына тигән тәмлекәс әҙерләргә була.

Иң элек еләктәрҙе йыуып, һыуын һарҡытҡас, блендерҙан үткәреп, шәкәр ҡушып болғатаһың. Ҡайнатма тиһәк тә, ҡайнатырға кәрәкмәй.
Айыу баланын (жимолость) да ҡушып ебәрергә була ҡуш услап.
Тәме лә, еҫе лә, файҙаһы ла шул килеш һаҡлана - туңдырғыста һаҡлайҙар.
Баҡса еләген туңдырыр өсөн ҡатҡылыраҡтарын һайлап, һалҡын һыу менән сайҡатып, ҡоро таҫтамалға һалып һыуын һарҡытып, пластик һауыттарға йә полиэтилен ҡапсыҡтарға һалып туңдыралар.
Ҡайнатмаһын әҙерләү ҙә әллә ни мәшәҡәт түгел: бер кило самаһы еләккә кило ярым тирәһе (сиробы ҡуйыраҡ булһын тиһәң, ике кило итеп тә алырға була) шәкәр ҡомо һалып, һуты сығып, шәкәре ирегәнсе бер аҙ тотоп, талғын утта ҡайнатаһың. Ҡайнатманы банкаларға һалып, ҡышлыҡҡа һаҡларға ла була.

Читайте нас