

Улар араһынан 5406 кеше яуҙа һәләк була һәм хәбәрһеҙ юғала. Юғары һәм урта команда составы офицерҙарынан – 500, кесе командирҙар – 502 кеше төрлө яралар һәм сирҙәрҙән вафат була. Немец илбаҫарҙарҙы менән алышып, 6 хәрби комиссар, 6 комбат, 41 рота командиры батырҙарса һәләк була.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 5406 һалдат араһынан 2280 кешенең ҡайҙа ерләнгәне билдәле: Төньяҡ фронтында һәм Ленинград өлкәһендә – 309, Дон далаларында һәм Сталинград янында – 172, Килининград өлкәһендә – 244, Смоленск -17, Орлов өлкәһе – 17, Курск һәм Белгород тирәһендә – 100, Воронеж – 51, Прибалтика – 169, Көнсығыш Пруссия һәм Калининград өлкәһендә 28, Украина һәм Молдавия – 393, Белоруссия – 115, Ҡырым – 17, Кавказ – 18, Польша – 91, Германия – 76, Венгрия – 31, Румыния – 10, Австрия – 9, Чехословакия – 5, Болгария һәм Япония ерендә – 1-әр кеше.
Бөгөн күп кенә ауылдарҙа Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергән яугирҙәр хөрмәтенә һәйкәлдәр ҡуйылған. Күреүебеҙсә, обелисктарҙағы фамилияларҙың ҡай берҙәре ауылда бөтөнләй ҡалмаған. Эйе, миллиондарса ҡорбан биреп, халыҡты ҡан-йәш түктергән ҡәһәрле һуғышты оноторлоҡ түгел: бер һыныҡ икмәккә тилмергән балалар, яу яланында ятып ҡалған атайҙар, тыуған иленең азатлығы өсөн сит ерҙәрҙә башын һалған йәп-йәш егеттәр, тол ҡалған ҡатындар, аслыҡтан ҡоро һөйәккә ҡалған бала-саға, ҡатын- ҡыҙ, ҡарт-ҡоро. Күпме емерелгән яҙмыштар, өҙөлгән хыялдар, урланған бала саҡ.
Эйе, һуғыш еле һәр ғаиләгә ҡағылған, әленән-әле ауылға килгән “ҡара ҡағыҙҙар” күпме ҡатындарҙың, әсәләрҙең, балаларҙың ғәзиздәре менән иҫән-имен осрашырға тигән өмөттәрен өҙгән. Ҡайһы бер ғаиләнән аталы-уллы китеп, икенсеһенән 3-әр ир-егет һуғышҡа алынып, сит ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалған. Тотош ғаиләләре менән ҡырылыусылар ҙа булған, мәҫәлән, Йылбулаҡтамаҡ ауылынан алты бер туған – Миңлеәхмәт, Тимерғәли, Нурғәли, Сани, Яппар, Минебай фронтта һәләк була.
Һуғыш осоронда күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2000 яҡтабышыбыҙ төрлө наградаға лайыҡ булған. Ете ҡаһарман яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә: К.Д.Андреев (Баҙлыҡ),П.Е.Васильев (Ерекле), Х.Ғ. Ғәҙелшин (Айыт), К.Е.Парамонов (Мелиссоновка), Н.С. Павлов (Ыҫлаҡбаш), К.И.Степанов (Ҡушйылға), В.Ф.Титов (Покровка). Ә Г.Т.Прокопьев (Соловьевка) һәм В.П.Маньшин (Шкапово) Дан орденының тулы кавалерҙары.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.