Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
8 Июля 2021, 12:42

"Мин - буласаҡ инженер"

Бишбүләк 1-се урта мәктәбенең 11 класса уҡыусыһы Илнур Ғәзизов БДИ-ны 90 балға тиерлек тапшырған.

Илнур бындай һөҙөмтәләргә нисек ирешеүе тураһында бәйән итте:

— Мин рус теле һәм математиканы - 82, физиканы - 87, информатиканы 83 балға тапшырҙым. Берҙәм дәүләт имтиханы мәктәп белемдәренә, мәктәптә уҡыған һәр кешегә иҫәпләнгән. Кемдер 11 йыл уҡымаған, һәм күп нәмәне аҡылына һеңдермәгән. Ә мин барыһын да иҫтә ҡалдырырға һәм аңларга тырыштым. Иң мөһиме, бер ҡасан да бер нимәне лә ятларға түгел, ә дәрестә теге фекерҙе йәки был идеяны аңларға һәм "тойорға" кәрәк. Бына, мәҫәлән, физика буйынса формулаларҙы ятлау ғына мәғәнәһеҙ, физик күренештәрҙе аңлай белергә һәм теге йәки был ҡағиҙә-формулаларҙы ниндәй моменттарҙа ҡулланырға икәнен белергә кәрәк. Был идеяны беҙгә уҡытыусылар һалды, ләкин барыһы ла уны ҡулланманы.

Берҙәм дәүләт имтихандарына 11 класта ғына әҙерләнә башланым. Икенсе семестрҙа көн ныҡлы әҙерләндем. 5-6 сәғәт ваҡыт бүлдем. Әҙерлек ваҡытында онлайн мәктәп тәҡдим итәм, төүәлерәге «Школково»ны.

Бигерәк тә рус теленән имтихан өсөн ҡайғырҙым. Әммә беҙҙең уҡытыусыбыҙ — Розалия Радик ҡыҙына рәхмәтлемен, ул мине ударник дәрәжәһенән 82 балға ҡәҙәр күтәрҙе, тип әйтергә була. Апрель айында үткәрелгән йомғаҡлау иншаһын 5-кә яҙҙым.

Техник университетҡа уҡырға керергә ниәтләйем. Мин - буласаҡ инженер. Бала саҡтан электроника һәм механизмдар менән мауығам, 10 класта үҙ проекттарымды эшләнем. Минең коллекциямда ҡулдан яһалған әйберҙәр - һанлы-программалы идара менән принтер бар, бындайҙы предприятиеларҙа күп кенә функциялар өсөн ҡулланалар.

1-се урта мәктәптең барлыҡ уҡытыусылар коллективына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Улар, бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, ҡулдан килгәнсә ярҙам итте, ауыр ваҡыттарҙа дәртләндерҙе, беҙҙең өсөн борсолдо. Уҡытыусыларҙың беҙгә биргән белемдәре арҡаһында ғына шундай һөҙөмтәгә ирешә алдым.

- Илнур бик һәләтле, актив уҡыусы. Маҡсатҡа ынтылыу, ныҡышмалылыҡ, тәбиғи һәләт — уның төп сифаты. Ул барлыҡ конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашты, бик күп призлы урындар алды. Башҡорт милли конкурстарына айырым иғтибар бирҙе. Байрамдарҙа оҫта алып барыусы булды. Быйыл физика буйынса конкурста кубок яуланы. Ул ҙур уңыштарға ирешер һәм мәктәбебеҙ ғорурлығы булыр, тип ышанам, — тип һөйләй педагог Елена Владимировна Андреева.

Карина Павлова яҙып алды.

Фото Илнур Ғәзизовтың шәхси архивынан.

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас