Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Июля 2021, 14:04

Сирлеләр һаны кәмемәй

Үткән тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороу буйынса антирекорд ҡуйылған – инфекция 231 яҡташыбыҙҙа табылған.

Сирлеләр һаны кәмемәйСирлеләр һаны кәмемәй
Сирлеләр һаны кәмемәй
Сирлеләр һаны кәмемәй
Сирлеләр һаны кәмемәй

Зәһәр вирус асыҡланған кешеләр, дөйөм алғанда, 44 242-гә еткән. Шуларҙың 41 160-ы һауығыуға өлгәшкән, 191-е уҙған тәүлектә сәләмәтләнгән.

Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа ковид менән сирләүсе 559 кеше ята. Ауыр хәлдәгеләр – 58, 11 сырхауҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 852.

Афәт ғүмерҙәрҙе өҙөүен дауам итә. Уның ҡорбандары рспубликала хәҙер 671 иҫәпләнә. Уҙған тәүлектә йәнә биш үлем осрағы теркәлгән.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуы 137 ауырыуҙа асыҡланһа, унан һауығыусылар – 128.

bashkizi.ru

Автор:
Читайте нас