Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Июль 2021, 06:48

“Башҡортостан йөрәге”

Башҡортостанда Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтарына тәҡдим итәсәк үҙенсәлекле тәбиғәт күренештәре, халыҡ-ара һәм милли мираҫ объекттары етерлек...

“Башҡортостан йөрәге”“Башҡортостан йөрәге”
“Башҡортостан йөрәге”
“Башҡортостан йөрәге”
“Башҡортостан йөрәге”

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты

Рәсәй буйынса “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ингән төбәктәрҙең рейтингы билдәләнде.

Башҡортостанда Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтарына тәҡдим итәсәк уникаль тәбиғи ресурстар, халыҡ-ара һәм милли мираҫ объекттары етерлек. Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына әүҙем ҡушылды. Комитет рәйесе Эльмира Туканова был йәһәттән инвесторҙар йәлеп ителеүе, “Ҙур Урал” туристик проекты әҙерләнеүен, унда Силәбе, Свердловск өлкәләрен һәм Пермь крайын ҡатнашырға саҡырыуҙары хаҡында әйтеп үтте. Уға ярашлы яңы тристик маршруттар һалынасаҡ, улар заманса итеп төҙөкләндереләсәк.

Баштурсоюз рәйесе Илдар Биккузин республикабыҙҙың туризм өлкәһендә алға китешен билдәләне. Мәҫәлән, БР Башлығы Гранты буйынса “Башҡортостан йөрәге” тип аталған проект тормошҡа ашырыла. Уның буйынса төрлө быуын кешеләре өсөн матур ял ҡаралған. Ғафури районының иң матур урындарына һалынған туристик маршрут барыһының да күңеленә хуш килә.

Туризм милли проекты үҙ эшен башланы ла инде. РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко проект ярҙамында илдә ҡунаҡхана базаһының ныҡлы үҫешәсәген белдерҙе.

Коронавирус пандемияһы сит илдәргә юлды япһа ла, ил эсендә сәйәхәт итеү мөмкинселеге асылды. Тыуған ерҙәребеҙҙең хозурлығына, ҡабатланмаҫ матурлығына ла иғтибар артасаҡ. Ә был бик тә ҡыуаныслы күренеш.

Гүзәл Салихова.

hakmar.ru

 

Автор:
Читайте нас