

Оҙаҡҡа һуҙылған ҡоро һауа торошо беҙҙең ауыл хужалығы эшсәндәрен бик һөйөндөрмәй. Бөртөклө культуралар иртә яҙҙан бирле ҡоролоҡтан интегә һәм быйыл насар үҫә. Бесән әҙерләү өсөн үләндәр ҙә бейек һәм ҡалын түгел. Тик, теләһә ниндәй осраҡта ла иҫкәрмә була икән. Был бик яҡшы! Район ауыл хужалығы идараһының баш белгестәре менән «Искра» йәмғиәтенең бесәнлек ерҙәрендә булып, быға инандыҡ.
– Быйыл мал аҙығы етмәү сәбәпле район хужалыҡтарында һыйыр малдарын ҡышҡы аҙбарҙа тотоу ауыр буласаҡ, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ, - ти 2008 йылдан бирле «Искра» йәмғиәтенең етәксеһе булып эшләүсе, 62 йәшлек Фәрит Хажиев.- Күп хужалыҡтар бесәнлек ерҙәре насар булыу сәбәпле, бесән әҙерләүҙе күптән тамамланы инде. Ә беҙҙә был эш әлегә теүәлләнеү стадияһында ғына. Сөнки беҙҙең сабып алырҙай үлән бар. Дим йылғаһы туғайҙарында ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, быйыл да үләндәр яҡшы үҫте.
«Искра» йәмғиәтенә сәсеү майҙанынан тыш 310 гектар табиғи бесәнлек ерҙәре беркетелгән. Улар, нигеҙҙә, тулы һыулы йылға буйында, һәм уны яҙын йыл һайын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур һыу баҫа, әлбиттә, үҫемлектәр өсөн бик файҙалы йылға балсығы кереп ҡала. Һәм был, күрәһең, үләндәргә хатта ямғырһыҙ ҙа яҡшы үҫергә мөмкинлек бирә торғандыр. Хужалыҡта, нигеҙҙә, симменталь тоҡомло өс йөҙ баш һыйыр һәм йәш малдар өсөн бесән әҙерләнә. Тулбайҙағы һөтсөлөк-тауар фермаһында уҙған йылғы бесән рулондары етерлек. Беҙ бесән йыйыу баҫыуында булдыҡ, унда тағылма пресс-йыйыусылар менән тракторҙар эшләй ине.
– Бесәнлек ерҙәренең барлыҡ майҙандары сабылды. Эҫе һауа торошо беҙҙең механизаторҙарға файҙаға ғына булды, - тип һүҙен дауам итә Фәрит Минеғужа улы. - Бесән әҙерләүгә, яҡшы уңыш үҫкән болондарҙы күреп, быйыл да өсөнсө юғары етештереүсәнлекле пресс-йыйыу техникаһы һатып алдык. Улар әлеге ваҡытта ике ҡатлы полиэтилен пленкаға бесән рулондарын төрөп бөтөрәләр. Бына сит ил «Массей Фергюсон» тракторында бик яҡшы «KRONE» тағылма пресс-йыйғыста тәжрибәле 58 йәшлек механизатор Ғайса Дәүләтйәр улы Тәхәүетдинов эшләй. Ул үҙенең иптәштәре менән был аҙнала бесәнде пресслауҙы теүәлләй һәм рулондарҙы һөтсөлөк-тауар фермаһына ташый башлай. Беҙ, һис шикһеҙ, теләгән һәр кешегә бесәнде ҡиммәт булмаған хаҡҡа һатасаҡбыҙ. Быйыл беҙҙең бесән юғары сортлы ғына!
Владимир Смолов
Автор фотолары