Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
23 Июля 2021, 05:37

Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйған

 «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин 1476 килограмм ауырлыҡтағы вертолётты күтәреп, яңы рекорд ҡуйған. 

Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйғанЭльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйған
Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйған

47 йәшлек спортсы бер нисә ай буйына 1476 килограмм ауырлыҡтағы вертолётты күтәрергә әҙерләнде. Донъяла ошондай үҙенсәлекле трюктың теркәлгәне юҡ.

Санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле тамашасылар рекордты ҡарарға килә алманы. Эльбрус әйтеүенсә, шул рәүешле ул Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһын дәртләндерергә теләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, 23 июлдә Токиола йәйге Олимпиада-2020 башлана, унда Башҡортостандан биш спортсы ҡатнаша.

 

 

 

https://www.bashinform.ru

Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйған
Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйған
Автор:
Читайте нас