Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
7 Августа 2021, 13:24

Һаҡсылар был ваҡытта ҡайҙа булған?

Төрмәнән биш кеше ҡасҡан.

Һаҡсылар был ваҡытта ҡайҙа булған?Һаҡсылар был ваҡытта ҡайҙа булған?
Һаҡсылар был ваҡытта ҡайҙа булған?

Мәскәү өлкәһендә урынлашҡан төрмәнән биш енәйәтсе ҡасҡан. Уларҙың юҡлығын кисә иртән белгәндәр. Ишек йоҙаҡтарын гайка асҡысы ярҙамында асҡандар.

Енәйәтселәрҙең береһе – Мәскәүҙең текә эшҡыуары Владимир Маруговты үлтереүҙә ғәйепләнеүсе Александр Мавриди. Ҡалған дүртәүһе урлашҡандары өсөн рәшәткә артына эләккән булғандар. Төрмәнән ҡасыуҙы  Мавриди ойошторған, тип фаразлайҙар.

Әлеге ваҡытта Мавридины күреп йәки ҡайҙа йәшенгәнен белеп тәртип һаҡсыларына хәбәр итеүсегә бүләк иғлан ителгән. Кеше үлтереүсе өсөн бер миллион һум бирергә тейештәр.

shonkar.com

Һаҡсылар был ваҡытта ҡайҙа булған?
Һаҡсылар был ваҡытта ҡайҙа булған?
Автор:
Читайте нас