Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
28 Октября 2021, 02:58

Ковид йоҡторған балалар һаны арта

Хатта яңы тыуған сабыйҙар араһында коронавирус асыҡланыу осраҡтары йышая.  

Ковид йоҡторған балалар һаны артаКовид йоҡторған балалар һаны арта
Ковид йоҡторған балалар һаны арта

Мәкерле сир балаларҙы ла урап үтмәне. Республиканың ковид госпиталдәрендә бөгөнгө көндә коронавирус раҫланған 114 бала дауалана. Инфекцион ауырыуҙар дауаханаһында – 66, ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында – 37, 17-се балалар дауаханаһында – 11 сирле ята.  1574 бала амбулатор дауалана.

- Ауырыу һәр кемдә төрлөсә үтә, - ти Республика клиник дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлеге мөдире Әлиә Ҡотдосова. - Сәләмәттәр ҙә, шулай уҡ шәкәр диабеты, беренсел, икенсел иммунодефициттар, ДЦП, тын алыу юлдары ауырыуҙары булған балалар ҙа килә. Әлбиттә, уларға иғтибар бик етди, ләкин хроник сирле балалар мәжбүри рәүештә реанимация бүлегенә ебәрелә тигән һүҙ түгел. Ауырыуҙың дауамы ла төрлө: кемдәлер – уртаса, кемдәлер ауыр формала үтә. Балала температура юғары, интоксикация булғанда, пневмония үҫешә һәм кислород ярҙамы талап ителә. Әйтәйек, республиканың бер районынан үпкәгә яһалма вентиляция аппаратына тоташтырылған бер айлыҡ сабый килде. Ғаиләлә  коронавирус менән ауырығандар булған, әммә әсәһе, баланың ОРВИ симптомдарын күреп, артыҡ әһәмиәт бирмәгән. Бала тын ала алмай башлағас ҡына дауаханаға мөрәжәғәт итәләр,  сабыйға кислород ярҙамы кәрәк була. Ике көндән һуң уны реанимобилдә алып килделәр, унда коронавирус раҫланды, пневмония булған. Бер нисә көндән һуң беҙ уны аппараттан алып сыға алдыҡ,  бала йүнәлеүгә бара. Шуға күрә, беҙ ата-әсәләрҙе баларҙың ОРВИ билдәләренә иғтибар итергә саҡырабыҙ. Коронавирустың беренсе билдәләре – температураның күтәрелеүе, коньюктивит, ҡоҫоу, эс китеү булырға мөмкин. Әлбиттә, бындай хәлдәр булмаһын өсөн барлыҡ өлкәндәргә лә коронавирустан прививка яһатыу хәйерле. Бынан тыш, хәҙер коронавирусҡа киҫкен респиратор инфекциялар ҙа ҡушыла, алда – киҙеү миҙгеле. Бында ла үҙ-үҙеңде һәм баланы вакцина менән яҡлау һөҙөмтәлерәк. Сөнки вирустар – теләһә ҡайһы организм, бигерәк тә балалар өсөн ҙур ауырлыҡ тыуҙыра. Киҙеүгә ҡаршы вакцинаны мәктәп йәшенән башлап ҡуйырға мөмкин.

Яңы тыуған балаларҙа коронавирус йоҡтороу осраҡтары йышайыу сәбәпле, Өфөнөң 17-се клиник балалар дауаханаһы базаһында сабыйҙар өсөн йоғошло ауырыуҙар госпитале асылды. Хәҙерге ваҡытта бүлектә яңы тыуған 11 бала бар, уларҙың икәүһе үпкәгә яһалма вентиляция аппараттарына тоташтырылған.

bashgazet.ru

Ковид йоҡторған балалар һаны арта
Ковид йоҡторған балалар һаны арта
Автор:
Читайте нас