Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноября 2021, 10:00

Дуҫлыҡҡа нөктә ҡуйылған

Раевка ауылында ике дуҫ мәжлестән ҡайтып барғанда әрләшеп киткәндәр һәм береһе икенсеһенең ҡолағының бер өлөшөн өҙә тешләгән, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Дуҫлыҡҡа нөктә ҡуйылғанДуҫлыҡҡа нөктә ҡуйылған
Дуҫлыҡҡа нөктә ҡуйылған

Зыян күреүсе полицияға барып, ғариза яҙғас, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Дуҫының ҡолағын тешләгән иргә 40 мең һум штраф янаған. Һуңынан дуҫтар үҙ-ара килешкән һәм эш ябылған.

Зыян килтереүсе дуҫының дауаланыуы өсөн түләргә тейеш булған, әммә килешеү шарттарын үтәмәгән. Ҡолағы тешләнгән ир судҡа мөрәжәғәт иткән. Ул иптәшенән дауаланыу, эшкә һәләтлелекте юғалтыу һәм әхлаҡи зыян өсөн 313 мең һум түләтеүҙе талап иткән. Суд, әхлаҡи зыян суммаһын 100 мең һумдан 60 мең һумға тиклем кәметеп, дәғүәне өлөшләтә ҡәнәғәтләндергән. Прокурор ярҙамсыһы аппеляция ялыуы биргән. Һөҙөмтәлә БР Юғары суды компенсацияны тағы ла кәметкән. Хәҙер иптәшенең ҡолағының бер өлөшөн тешләп өҙөүсе уға, суд ҡарары буйынса, 223 мең һум түләргә тейеш.

Фото:Ксения Калинина / “Башинформ”.

Дуҫлыҡҡа нөктә ҡуйылған
Дуҫлыҡҡа нөктә ҡуйылған
Автор:
Читайте нас