

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районына эш сәфәре барышында Бишбүләк ауылында 320 уҡыусылыҡ 3-сө мәктәптең яңы корпусында булды. Хаҡы 231,7 миллион һум тәшкил иткән объектты төҙөү эшенә 2019 йылда тотонғандар. 2021 йылдың декабрь башында бинала төҙөлөш-монтажлау эштәрен тулыһынса тамамлап, ҡорамалдарҙы урынлаштыра башлағандар.
Радий Хәбиров кластарҙы, технология, информатика, милли телдәрҙе өйрәнеү кабинеттарын, тамаша һәм спорт залдарын, медицина блогын һәм 160 урынлыҡ ашхананы ҡарап сыҡты. Әйткәндәй, республика лаборатория техникаһы, туҡланыу блогы ҡорамалдары, белем биреү һәм хужалыҡ инвентары һатып алыу өсөн 19,2 миллион һум аҡса бүлгән.
Мәктәп директоры Изольда Родичкина һүҙҙәренсә, уҡытыусылар коллективы тупланған. Учреждение 2022 йылда өсөнсө сиректән эшләй башлай. Беренсе этапта 188 бала йыйылған, ә 2022 йылдың сентябренән мәктәпкә 320 кеше йөрөй башлай. Был Бишбүләк районында икенсе смена мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә тейеш.
Башҡортостан етәксеһе башҡарылған эштәрҙең сифатын юғары баһаланы, социаль инфраструктура булдырыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү өсөн ҙур заманса мәктәптәрҙең тап яңы биҫтәләрҙә төҙөлөүен билдәләне.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мәктәптә балалар стоматологияһы кабинеты асыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
«Сифатлы стоматология ярҙамын күрһәтеү мәсьәләһе айырыуса ауылда, йәштән үк көнүҙәк. Шуға күрә мәктәптәрҙә заманса кабинеттар булдырыу буйынса комплекслы программаны тормошҡа ашырабыҙ. Әгәр район теш табибын таба алмаһа, белгес эҙләүҙә мотлаҡ ярҙам итербеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
башинформ.