Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
30 Декабрь 2021, 18:02

Фән һәм иғтибар арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022-2031 йылдарҙы Рәсәйҙә фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан итте. Был ҡарар «йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын хәл итеүҙә фән һәм технологияларҙың ролен көсәйтеү маҡсатында» ҡабул ителгән.Был турала Башинформ мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. 

Фән һәм иғтибар артаФән һәм иғтибар арта
Фән һәм иғтибар арта

Указға ярашлы, ун йыллыҡтың төп бурыстары:

- талантлы йәштәрҙе тикшеренеүҙәргә йәлеп итеү;

- тикшеренеүселәрҙе һәм уйлап табыусыларҙы «йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын» хәл итеүгә ылыҡтырыуға ярҙам күрһәтеү;

- Рәсәй халҡы өсөн технологик өлкәләге ҡаҙаныштар тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлеген арттырыу.

Координация комитеты рәйестәштәре итеп президент ярҙамсыһы Андрей Фурсенко һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко тәғәйенләнде.

2021 йыл да Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителгәйне.

https://www.bashinform.ru

Фән һәм иғтибар арта
Фән һәм иғтибар арта
Автор:
Читайте нас