Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Января 2022, 10:21

Йорт ҡоштарына ла йәшелсә кәрәк

Ҡышҡы осорҙа ҡош-ҡорт витаминдарға ҡытлыҡ кисерә, шуға ла туҡланыу рационына мотлаҡ йәшелсә индерергә кәрәк

Йорт ҡоштарына ла йәшелсә кәрәкЙорт ҡоштарына ла йәшелсә кәрәк
Йорт ҡоштарына ла йәшелсә кәрәк
. Мәҫәлән, тауыҡ өсөн кишер – файҙалы матдәләргә бай ризыҡ. Ул йомортҡа һарыһының төҫөнә, иттең тәменә йоғонто яһай. Шулай уҡ уны ҡыш аҫрар өсөн ҡалдырылған күркәгә, өйрәккә ашатырға мөмкин. Йәшелсә запасы үҙегеҙҙән артма­һа, мал аҙығы һатылған махсус магазиндарҙа киптерелгәнен алырға була. Тик уны артыҡ күп бирергә ярамай. Шулай уҡ ҡабаҡ менән ашҡабаҡ та ҡош-ҡорт өсөн файҙалы. Уларҙы турап, көрпә­гә ҡушып ашаталар. Ә бына картуф менән артыҡ мауығырға ярамай, сөнки уның ҡабығында һәм шытымында ҡоштар өсөн зарарлы булған соланин матдәһе бар. Шуға күрә был йәшелсәне йыуып, бешереп, он йәки көрпә ҡушып ашаталар. Картуф бешкән һыуҙы мотлаҡ түгергә кәрәк.
Әгәр йорт ҡоштарының йөнө ҡойолһа, кәбеҫтә ашатыу файҙалы буласаҡ. Әйткәндәй, уның япрағын себештәр ҙә яратып ашай. Күркә сәләмәтлегенә һуған йоғонто яһай. Башлыһын иҙеп ашатығыҙ, йәй көнө иһә йәшел ҡыяҡтарын бирергә була.
Фото: https://zen.yandex.ru
https://ye102.ru
Йорт ҡоштарына ла йәшелсә кәрәк
Йорт ҡоштарына ла йәшелсә кәрәк
Автор:
Читайте нас