Дим буйҙары
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраля 2022, 06:28

Ауылда эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелә

 «Ауыл табибы», «Ауыл уҡытыусыһы», «Ауыл тренеры» программаларына үткән йыл аҙағында «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ла өҫтәлде.

Ауылда эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеләАуылда эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелә
Ауылда эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелә

2021 йыл аҙағында старт алған  программа сиктәрендә алты тиҫтәгә яҡын мәҙәниәт белгесе ярты миллион һум күләмендә бер тапҡыр түләнелә торған субсидия алыуға ирешкән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ауыл мәҙәниәт йорто һәм музыка мәктәптәре шарттарында эшләү өсөн 300 белгес талап ителә. Программала шулай уҡ 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтыусы мәҙәниәт белгестәре лә ҡатнаша ала.

Башҡортостан Башлығы тәҡдим иткән программа федераль кимәлдә лә ҡабул ителеүе, ауылдарға күпләп мәҙәниәт белгестәрен эшкә ҡайтарыу мөмкинлеген бирәсәк.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

belizv-bash.ru

Ауылда эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелә
Ауылда эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелә
Автор:
Читайте нас