Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраля 2022, 04:52

Аҡса эшләү юлын тапҡан

Өфөлә туғыҙ йәшлек малай сүп-сар сығарыу буйынса «бизнес» асҡан. 

Аҡса эшләү юлын тапҡанАҡса эшләү юлын тапҡан
Аҡса эшләү юлын тапҡан

«Эшһеҙ ултырмайым! Сүп-сар сығарыу — 10 һум, һеҙ төҙөгән исемлек менән магазинға барыу — 20-50 һум. Саша, 9 йәш. Ғәҙелмен һәм тырышмын!». Менделеев урамындағы йорттарҙың подъездарында, чаттарында шундай иғландар күренә башлаған.

Әсәһе Регина әйтеүенсә, Саша быны үҙе уйлап тапҡан. Малайҙың эшен ғаиләһе лә хуплай: олатаһы иғландарҙы ҡағыҙға баҫтырып алған, әсәһе, әгәр бик һуң булһа, сүп-сар сығарырға һәм магазинға барып килергә ярҙамлаша.

Яңыраҡ Саша бәләкәй эттәрҙе тышта йөрөтә башлаған. Башлыса, бындай хеҙмәт менән йәш балалы әсәләр, өлкән йәштәге күршеләре файҙалана.

Саша шәп велосипедҡа аҡса йыйған да инде, хәҙер телефонға йыя, ти Регина.

Ышанабыҙ, Саша моратына ирешер!

https://vk.com/bashkortostanim

Аҡса эшләү юлын тапҡан
Аҡса эшләү юлын тапҡан
Автор:
Читайте нас