

«Йыл уҡытыусһы» бәйгеһе педагогика өлкәһендә иң мөhим ваҡиғаларҙың береһе булды hәм шулай булып ҡала ла. Конкурс педагогия хеҙмәткәрҙәре өсөн генә мөhим түгел, ул профессияны популярлаштырыу hәм уҡытыусы статусын күтәреү механизмына әүерелә. Һөнәри конкурстың муниципаль этабында 21 педагог - 14 уҡытыусы hәм ете мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы хеҙмәткәре ҡатнашты. Быйыл конкурстың үҙенсәлеге шунда: конкурс этаптарының һынауҙары асыҡ форматта уҙҙы. Педагогтар үҙҙәренең hөнәри оҫталыҡтарын, ғәҙәттә, дәрестә hәм дәрестән тыш сараларҙа ла, дистанцион рәүештә лә күрһәттеләр.
Уҙған йылдың декабрендә yҡ дистанцион рәүештә «Интернетресурстар» hәм «Педагогик кейстар» этаптары үткәрелде: педагогтар ситтән тороп тур үтте, унда портфолио тәҡдим итте, Интернетта белем биреү ресурстарын ҡулланыу күнекмәләрен күрһәтте. «Йыл уҡытыусыһы-2022» конкурсының муниципаль этабының бәхeсһеҙ еңеүсеһе тип Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Әсҡәт ҡыҙы Туғанова танылды. Лилия Әсҡәт ҡыҙы педагогтар ғаиләһендә тыуып-үҫкән, тормош иптәшен дә шул уө өлкәнән һайлаған, ҡыҙы ла ата-әсәһе юлынан киткән. Лилиә Әсҡәт ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтын, башланғыс белем биреү педагогикаһы hәм психологияһы кафедраһын тамамлаған. Ул инде 30 йыл педагог. Уның педагогик кредоһы — балаларҙың hәр ҡайһыһы уҡырға теләрлек итеп өйрәтергә. 2019 йылда «Иң яҡшы педагогик династиялар» төбәк-ара конкурсында ҡатнашҡан, уның тәрбиәләнеүселәре «Кесе фәндәр академияһы», «Ватан» республика конкурсында еңеп сыҡҡан.
«Йыл уҡытыусыһы» конкурсына hәр кем үҙ юлы менән килә. Уҙған йыл Лилиә Әсҡәт ҡыҙы республика дәрәжәһендә ҡатнашҡан уҡытыуға теләктәшлек күрһәтеү төркөмөндә ҡатнашҡайны.
— Беренсе тур — тестар форматында уҙҙы, унан һуң — «педагогик оҫтахана», өсөнсө тур — асыҡ дәрес, йомҡаҡлау этабы — класс сәғәте. «Һаулыҡ һаҡлау технологияһы» темаһын тәҡдим иттем. Балалар менән эшләүҙә традицион алымнарҙан тыш — күҙҙәр, бармаҡтар өсөн күнегеүҙәр, артикуляция хәрәкәттәре, физкультминуткалар, дәрестән тыш эшсәнлектә инновацион технологиялар ҡулланам, күп конкурстарҙа ҡатнашам, барлыҡ эштәр ҙә видеороликтар менән үрелеп бара. Мин еңеүсе булырмын, тигән ниндәйҙер бер ышаныс та бар ине. Тәү сиратта, был еңеү - үҙ ҡурҡыуыңды еңеү. Хәҙер республика этабына әҙерләнәм, hәм беләһеҙме, мин ҡурҡмайым, — тип һөйләй Лилиә Әсҡәт ҡыҙы.
Хәҙер педагог конкурстың 14 мартта старт ала торған республика этабына әҙерләнеүгә тулыһынса бирелгән. Лилиә Әсҡәт ҡыҙына оҫталыҡ дәресе, асыҡ дәрес, класс сәғәте үткәрергә hәм педагогик оҫтахана тәҡдим итeргә тура киләсәк.
— Конкурста ҡатнашыу ҙур көс, әҙерләнеү өсөн күп ваҡыт талап итә. Әммә һин үҙ эшеңдең профессионалы булараҡ үҫешергә hәм кеше булараҡ, үҙеңдең идеяңды, амбицияларыңды тормошҡа ашырырға, иң яҡшы педагог hәм белгестәр менән тәжрибә уртаҡлашырға теләйһең икән, бындай конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк. Ә туранан-тура конкурс уның бихисап һынауҙары менән Башҡортостандың төрлө төбәгенән һәләтле уҡыытусылар менән танышыу мөмкинлеге бирә. Уларҙың hәр ҡайһыһы менән аралашыу — ул яңы уникаль тәжрибә, унан һуң үҙ дәресеңде ҡыҙыҡлыраҡ, һөҙөмтәлерәк итә алыуыңды аңлайһың. Был — һөнәри планда алға табан хәрәкәт, — тип тамамлай һүҙен Лилиә Әсҡәт ҡыҙы.
Карина ПАВЛОВА.