Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2022, 17:40

Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла.

Владимир Путин 8-16 йәшлек балалары булған ғаиләләргә яңы түләүҙәрҙе раҫланы.

Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла.Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла.
Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла.

Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла — ай һайын 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға аҡса түләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо турала белдерҙе.

«Беҙ яңы ҡарар ҡабул итергә — 8-16 йәшлек балаларға, атап әйткәндә, аҙ килемле бөтә ғаиләләр өсөн түләүҙәр билдәләргә, уларға ярҙам итергә тейешбеҙ. Был сара 1 апрелдән ғәмәлгә индерелә, аҡса майҙа түләнә башлай», — тине дәүләт башлығы.

Хәҙерге ваҡытта илдә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә, тип билдәләне Владимир Путин. Бынан тыш, Рәсәй Президенты 8-16 йәштәге балаларын яңғыҙы ҡараған ата-әсәләргә ярҙам тураһында иҫкә төшөрҙө.

«Дәүләт үҙ яғынан ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләр. Был беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеш», — тине алды Владимир Путин.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

kuraigazeta.ru

Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла.
Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла.
Автор:
Читайте нас