

Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ренат Фәтҡуллин белдереүенсә, быйыл туристар ағымы көсәйеүе көтөлә. Уларҙың 4 миллионға етеүе лә мөмкин икән.
Май байрамдарынан башлап экологик туризм башлана. Ғәҙәттә, август айына ял итеүселәр һаны күпкә арта.
Шулай уҡ, быйыл Башҡортостан мәктәп туризмы буйынса пилот проектында ҡатнаша. Был проект бишенсе-туғыҙынсы класс уҡыусыларына республика буйлап бер көнлөк тур ойоштороуға ҡайтып ҡала.
Йәйге каникулдарҙа 11 мең тирәһе баланы сәйәхәткә алып сығыу көтөлә. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 70 миллион һум бүленгән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостана
Фото: oir.mobi