

Үкенескә ҡаршы, халыҡ үҙенең хоҡуҡтарын белмәй. Һатыусылар 90 процент хатаһын танымай, төрлө юлдар менән һатып алыусының мөрәжәғәтен кире ҡағыу юлдарын эҙләй. Шуға ла йыш ҡына халыҡ, барып иҫбат итеп йөрөгәнгә ҡарағанда, сифатһыҙ аҙыҡ-түлекте, тауарҙы ташлауҙы хуп күрә. Һатып алыусының 15 көн эсендә әйберҙе кире ҡайтарырға хоҡуғы бар. Оҙаҡ хеҙмәт итеүсе тауар икән, был ваҡыт тағы ла киңәйә. 2 йыллыҡ осорға, мәҫәлән. Хатта аяҡ кейеме үлсәме буйынса тура килмәй икән, урамға кейеп сығып йөрөгәндә лә, ҡулланыусы уны кире ҡайтара ала.
Ҡулланыусының талаптарына яуап бирмәйҙәр икән, уларға бик күпләп санкциялар ҡаралған. Эш судҡа барып етһә, ошо килтерелгән зыяндан тыш, мөрәжәғәт ителгәндән көндән алып һатып алынған әйбер хаҡынан сығып һәр көн 1 процент пеня ҡаралған, унан тыш һатып алыусыға 50 процент штраф ҡайтарылырға тейеш. Рухи зыянды ҡаплатырға ла мөмкин. Адвокаттар ярҙамы менән ҡулланған икән, бар сығымдар һатыусыға йөкмәтелә. Һатыусылар ҙа, етештереүселәр ҙә бер үк кимәлдә яуап бирергә тейеш. Хатта йәшерен етешһеҙлектәре булған машина һәм фатирҙарҙы ла кире ҡайтарырға мөмкин. Халыҡ үҙ хоҡуҡтарын белһен генә.