Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2022, 05:01

Малдарҙы сит өлкәләргә сығарыу тыйыла

Төп маҡсат — эске баҙарҙы яҡлау.

Малдарҙы сит өлкәләргә сығарыу тыйылаМалдарҙы сит өлкәләргә сығарыу тыйыла
Малдарҙы сит өлкәләргә сығарыу тыйыла

Башҡортостанда малдарҙы, тәү сиратта, һыйыр малын, аттарҙы, һарыҡтарҙы республика биләмәһенән сығарыуҙы ваҡытлыса тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Республика хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөнгө брифингта ошо турала белдерҙе.

«Ҡарар эске баҙарҙы яҡлау менән бәйле, халыҡҡа ла йәш мал кәрәк. Европала һатып алынған тоҡом малы менән проблемалар буласағын аңлайбыҙ. Был мәсьәләне лә хәл итербеҙ», — тине Илшат Фәзрахманов.

Хәҙер төп маҡсат — эске баҙарҙы яҡлау, шуға күрә «донъя баҙарында хаҡтар юғары булһа ла, продукцияны экспортҡа оҙатыу тураһында уйламайбыҙ», — тип билдәләне вице-премьер.

"Башинформ".

Малдарҙы сит өлкәләргә сығарыу тыйыла
Малдарҙы сит өлкәләргә сығарыу тыйыла
Автор:
Читайте нас