

Парк ауылдың Көнъяҡ-көнсығыш микрорайонында урынлашасаҡ. Был эштең төп маҡсаты - уңайлы, төҙөк йәмәғәт урындарын арттырыу, халыҡты мәҙәни ял итеүгә саҡырыу. Бында үҫеп килеүсе быуын өсөн дә һәр төрлө мөмкинлектәр булдырыла. Балалар майҙансығы, воркаут, йәйәү йөрөү зонаһы һәм башҡалар.
"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. Ләкин йыл һайын төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт урынын һайлау буйынса электрон тауыш биреүҙә ҡатнашырға кәрәк. Быйыл 2023 йыл өсөн территориялар һайлап алыу 15 апрелдән 31 майға тиклем дауам итәсәк.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостана
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан