

Ул ковидҡа бәйле саралар хаҡындағы ҡарарҙарҙың коронавирус буйынса оператив штабта ҡабул ителеүен билдәләп үтте.
“Беҙ әле эпидемиологик хәлдең һиҙелерлек һәйбәтләнеүен, ауырыуҙар һаны кәмеүен күрәбеҙ. Динамика яҡшырғандан-яҡшыра. Шулай уҡ койка фондына бәйле хәл тотороҡланыуын билдәләйбеҙ – ковид-койкалар кәметелә, профиль йүнәлешендә булмаған инфекция стационарҙары ябыла бара. Көс тап Республика инфекция дауаханаһына, Туймазыла яңы асылған үҙәккә тура килә. Әле Сибайҙа инфекция үҙәге асыуға әҙерләнәбеҙ”, – тип хәбәр итте министр.
Ул тәүге звено, амбулатор-поликлиника хеҙмәткәрҙәре ҡәҙимгесә эшләүгә ҡайтыуын өҫтәне.
“Яҡын ваҡытта, шуларҙың барыһын да иҫәпкә алып, оператив штабҡа тәҡдимдәр индерәсәкбеҙ, бергә тикшереп, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ”, – тине Максим Забелин.
Билдәле булыуынса, Мәскәүҙә, эпидемиологик хәл яҡшырыу сәбәпле, 15 марттан битлек режимы ғәмәлдән сығарылды һәм биналарға ингәндә тән температураһын үлсәмәй башланылар.
Фото “Башинформ”дан алынды.
haibh.ru