Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2022, 14:59

Битлек кейеү мотлаҡ түгел

Алыҫ араға йөрөгән поездарҙың пассажирҙарына хәҙер битлек кейеү мотлаҡ түгел, тимер юл вокзалында ла әлеге талап ғәмәлдән сығарылды. Был хаҡта Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Битлек кейеү мотлаҡ түгелБитлек кейеү мотлаҡ түгел
Битлек кейеү мотлаҡ түгел

«Эпидемиологик хәл тотороҡланғас, Рәсәй тимер юлдары поездарында һәм вокзалдарында ғәмәлдәге сикләүҙәр әкренләп бөтөрөлә. Мәҫәлән, поезда барғанда пассажирҙарҙың температураһын үлсәргә, шулай уҡ уларға вагон-бистроларҙа, вагон-ресторандарҙа битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәрәкмәй», — тип билдәләнеләр Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәтендә.

Шул уҡ ваҡытта күсмә составты һәм вокзалды дезинфекциялау эштәре дауам итә.

https://www.bashinform.ru

Битлек кейеү мотлаҡ түгел
Битлек кейеү мотлаҡ түгел
Автор:
Читайте нас