Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2022, 05:14

Республикала ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтелә

Башҡортостанда ауыл старосталарына бер нисә вәкәләт бирелә. Улар ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса муниципалитеттар эшмәкәрлегенә булышлыҡ итергә һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә мөмкин.

Республикала ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтеләРеспубликала ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтелә
Республикала ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтелә

Старосталар урындағы совет ултырыштарында кәңәш биреү тауышына эйә була. Был вәкәләттәр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон проектын ҡабул иткәндән һуң  көсөнә инә.

«Старосталар институтының барлыҡҡа килеүе, үҫеше тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә барып тоташа, ә тейешле хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закон республикабыҙҙа 2019 йылда ҡабул ителде. Ауыл халҡы араһында мөһим ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер булған әүҙем кешеләр бар. Староста статусы уларға шундай мөмкинлек бирә», — тине парламент спикеры Константин Толкачев.

gazeta-toratau.ru

Республикала ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтелә
Республикала ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтелә
Автор:
Читайте нас