Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
23 Марта 2022, 07:15

Быйыл Үлемһеҙ полк маршы традицион форматта була

Бындай ҡарар 22 мартта «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде.

Быйыл Үлемһеҙ полк маршы традицион форматта булаБыйыл Үлемһеҙ полк маршы традицион форматта була
Быйыл Үлемһеҙ полк маршы традицион форматта була

Сара республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов рәйеслегендә уҙҙы.

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колонналарын төҙөй башлау өсөн берҙәм  сиктәр билдәләнде (10.00 – 11.00), Дөйөм республика тынлыҡ минуты (11.00 – 11.12), Колонналар хәрәкәте башланған осор (11.12 – 13.00). 

Рәсәйҙә «Үлемһеҙ полк» акцияһы - йыл һайын, Башҡортостанда 2014 йылдан уҙғарыла. Пандемияға бәйле, 2020 һәм 2021 йылдарҙа акция онлайн-форматта уҙғарылды.

https://www.bashinform.ru/

Быйыл Үлемһеҙ полк маршы традицион форматта була
Быйыл Үлемһеҙ полк маршы традицион форматта була
Автор:
Читайте нас